Шишмә районында «Йәш спецназсылар» лагерь сменаһына йомғаҡ яһалды

Биш көн дауамында барған күнекмәләр быйыл беренсе тапҡыр хәрби часть биләмәһендә үтте. Профилле смена ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Иң тәүҙә егеттәр йәш яугирҙар курсында сыныҡты. Улар сафта йөрөргә, ҡул һуғышына, Калашников автоматын һүтеп-йыйырға өйрәнде. Смена дауамында балалар менән психологтар, наркологтар һәм социаль педагогтар эшләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ