Баймаҡ районынан бер юлы 12 ауылдаш хәрби хеҙмәткә барырға контракт төҙөнө. Тәүҙә улар урындағы мобиль пунктҡа мөрәжәғәт итеп, медицина тикшереүе үткән. Бөгөн улар Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яҡын арала ир-егеттәр Кемеров ҡалаһындағы мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә хәрби әҙерлеккә юлланасаҡ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе туплау дауам итә. Килешеүҙе 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған кешеләр ҙә контракт төҙөүгә хоҡуҡлы.






