Рәсәй Оборона министрлығының фәнни роталарын Башҡортостандан 5 егет тулыландырасаҡ

Марш-бросок урынына фәнни тикшеренеүҙәрҙә һәм конференцияларҙа ҡатнашыу. Рәсәй Оборона министрлығының фәнни роталарын Башҡортостандан 5 егет тулыландырасаҡ. Улар өсөн Ватанды һаҡлауҙа төп ҡорал автомат түгел, ә белем. Егеттәр хәрби кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән, ошо көндәрҙә хәрби частарға юлланырға әҙерләнә. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Ҡулбашҡа - ил гербы, күкрәккә Рәсәй әрмеһе атамаһы йәбештерелә. Әле беренсе тапҡыр тағылған билдәләрҙе буласаҡ һалдаттар йыл дауамында йөрөйәсәк. Уларҙың погондарында әлегә йондоҙҙар юҡ, тик фәнни ротала быны төҙәтергә мөмкин. Бер йыллыҡ әрме хеҙмәтен үткәндән һуң, һалдаттарға лейтенант дәрәжәһе бирелә.

Фәнни роталарға тәғәйенләнеүселәр, башҡа хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар кеүек үк, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Гигиена әйберҙәре менән тулы несессер, таҫтамал, тапочка һәм башҡалар. Төп айырма хәрби хеҙмәттең үҙенә ҡағыла. Ҡалғандар ҡул менән эш иткәндә, фәнни ротала хеҙмәт итеүселәр өсөн төп ҡорал - ул аҡыл. Тик был микроскоп тулыһынса автоматты алмаштырасаҡ, тигән һүҙ түгел. Улар өсөн дә присяга биреү, хәрби күнекмәләр үтеү ҡаралған.

Фәнни ротаға һайлап алыу ҡәтғи. Юғары белем алыу тураһында документ, фәнни мәҡәләләр, конкурс, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр булыуы шарт. Шулай уҡ, компьютер, программалаштырыу буйынса эш тәжрибәһе лә булырға тейеш.

Быйыл республиканан 5 егет фәнни роталар сафын тулыландырасаҡ. Ошо көндәрҙә улар Мәскәү, Анапа, Санкт-Петербург һәм Кострома ҡалаларындағы хәрби частарға юлланасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ