Радий Хәбиров Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы Подымалов-1 ҡаласығында ҡаҙыныу эштәре барышы тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
Был урын Башҡортостан биләмәһендәге Алтын Урҙа дәүеренә ҡараған иң ҙур ҡомартҡы. Ғалимдар фекеренсә, ул үҙ осорондағы башҡа эре үҙәктәр менән бер кимәлдә тора.
Мәғдән ҡалдыҡтары һәм тимер иретеү ҡоролмаһы һуңғы табыштарҙың береһе. Шунда уҡ ярымҡиммәтле аҫылташтарҙан биҙәүестәр, төрлө әйберҙер өсөн сеймал, тегеү ҡоралдары табылған.
Ҡаҙылма ҡомартҡылар был урында борон эре һөнәрселек һәм етештереү мәркәзе булыуы тураһында һөйләй. Уның тирәләй археологтар шулай уҡ бәләкәй ҡаласыҡтарға юлыҡҡан. Халыҡ кәсепселек һәм сауҙа үҙәгенә яҡыныраҡ йәшәргә теләгән.
Асыҡлау талап ителгән тарихи серҙәр әлегә күп. Әммә һуңғы табыштарға нигеҙләнеп, Башҡортостандың боронғо Урта быуат картаһында сауҙа сылбырҙарын тоташтырған мөһим урын булыуы асыҡ күренә, тип яҙа республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.



