Башҡортостан буйынса төп байрам саралары ғәҙәттәгесә Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолдо. Биләмәлә тарихи-мәҙәни программа әҙнрләнгәйне, күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, билдәле ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Күләмле фестиваль сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләп, уларға почетлы билдә-наградалар тапшырҙы. Тантаналы сараға БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина тамаша ҡылды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика байрамы Бөрөлә 2019 йылдан алып ойошторола. Күләмле сара ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Фестиваль программаһы һәр йылдағыса бай һәм ҡыҙыҡлы. Боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһында ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алдылар.
Октябрь майҙанында халыҡ өсөн күңел асыуҙар көндөҙгө өстән башланды. Биләмәлә кәсепселәр майҙансығы, Йәшел баҙар, гастрономик фестиваль ойошторолдо. Рус, башҡорт, татар һәм мари халыҡтарының ихаталары ойошторолғайны. Һәр милләттең ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышып булды. Керамик әйберҙәр яһау, тимер, ағас эше, Балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бейеү флешмобы, коляскалар парады ла байрамға йәм өҫтәне.
«Йәйғор» балалар ижады үҙәгендә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы эшләһә, Бөрө тарих музейында «Тарихҡа тәҙрә» тип исемләнгән майҙансыҡ эшләне. Һуңғыһында Бөрөнөң үткәне, төрлө быуаттарҙа йәшәгән билдәле шәхестәре менән таныштырҙылар.
Бөрөлә ойошторолған байрам сараһына тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды. Күләмле сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Каринэ Владимировна менән бергә тәбрикләне. Сәхнәнән оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән парҙарға Ат-әсә даны һәм Ата-әсә ҡаһарманлығы наградалары, мохәббәт һәм тоғролоҡ өсөн миҙал тапшырылды.
Радий Хәбиров Октябрь майҙанында урынлашҡан сауҙа майҙансығын ҡараны, баҡсасылар менән аралашты. Шулай уҡ урындағы халыҡ менән осрашыуҙа халыҡ кәсептәрен, туризмды үҫтереү мөһимлеге билдәләне
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә йондоҙло ҡунаҡтар булараҡ - Марина Майко һәм Дмитрий Харатьян саҡырылғайны. Төрлө милләттәрҙе берләштергән Ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Сара шарттары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамын Башҡортостандың билдәле артистары сығыштары биҙәне. Байрам концертында ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ темаһы яҡтыртылды
Күләмле фестиваль ҡалала туризмды үҫтереү йәһәтенән дә мөһим. Ҡунаҡтар өсөн Өфөнән Бөрөгә автобустарҙа бушлай барып ҡайтыу мөмкинлеге ойошторолдо. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған сара көн дауамында барып, Бөрөгә тотош республикаға ғаилә бәхете өҫтәне
Гөлназ Хәйбуллина



