Был турала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә яҙған. 12 июлдә уға 109 йәш тулыр ине. Ветеран Урманкүл ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алына. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн “Ленинградты обороналау өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Муллахан Нурисламов колхозда механизатор булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Чернушҡа ҡалаһында ҡыҙында йәшәй. Ветеран бөгөн тыуған ауылында ер ҡуйынына тапшырыла.







