Баймаҡ ҡалаһында утта бер кеше һәләк булған

Баймаҡ ҡалаһында утта бер кеше һәләк булған

Ғүмәров урамында урынлашҡан ағас йорттарҙың береһендә янғын сыға. Утты һүндергәндән һуң, ҡотҡарыусылар 49 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен таба.  Урында янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.

Быйыл Башҡортостанда 6 меңдән ашыу янғын булған. Утта 155 кешенең ғүмере өҙөлгән, 140 кеше йәрәхәтләнгән.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһында утта бер кеше һәләк булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ