1938 йылдың 10 июлендә яҙыусы, шағир, ғалим, артист, дәүләт эшмәкәрҙәре атып үлтерелә. Нахаҡҡа ғәйепләнгәндәр араһында яҙыусылар: Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Дауыт Юлтый, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, БАССР-ҙың халыҡ артисы Вәлиулла Мортазин-Иманский, йырсы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, актер һәм режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡалар була. Тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов әйтеүенсә, 1937 йылғы репрессия башҡорт сәнғәте, мәҙәниәте һәм фәне үҫешенә ҙур зыян килтерә.







