Үҙән ауылы янындағы 40 гектар ашыу майҙанда утты һүндереү өсөн 13 берәмек техника, шул иҫәптән вертолет һәм бульдозер, 45 кеше йәлеп ителгән. Бынан тыш, составында 33 ҡотҡарыусынан торған аэромобиль төркөм һәм ирекмәндәр эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов һөйләй.
Башҡортостанда янғын ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Урманда усаҡ яғыу тыйыла.





