Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә 2022 йыл
һөҙөмтәләре иғлан ителде. Форумда Республика Башлығы Радий Хәбиров
етәкселегендә делегация ҡатнаша. Рейтингта беренсе-икенсе урындарҙы Мәскәү
ҡалаһы һәм өлкәһе бүлеште. Быға тиклем беҙҙең республика ла ике йыл рәттән беренсе булып килде.
Башҡортостанда автомобиль бензины, сода, быяла етештереү, автомобиль
тағылмалары сығарыу буйынса илдә беренсе урында килә. Быйыл 5 ай һөҙөмтәләре
буйынса сәнәғәттә етештереү 5 процентҡа артҡан.




