Махсус хәрби операция биләмәһенә төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды

Төҙөлөш материалдары һәм һыу. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ әлеге мәлдә башлыса ошоларға мохтаж. Донбасс еренә оҙатылған сираттағы гуманитар ярҙам Башҡортостан хәрбиҙәренең мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып тупланған. Йөк машиналарына шулай уҡ Луганск һәм Донецк балаларына ярҙам да бар. Республика халҡы Донбасс еренең мәғариф учреждениеларына компьютерҙар, уҡыу кәрәк-яраҡтары оҙата.

Башҡортостандың көнъяҡ райондарынан махсус хәрби операцияға алыныусылар ҙа был шәхсән гуманитар ярҙам аласаҡ. Ылауҙы туплау һәм уның тәғәйен урынға барып етеүен махсус вәкил тәьмин итә. Рәсүл Аманов көнъяҡ райондар хәрбиҙәре һәм уларҙың туғандары араһында бәйләнеш ойоштороусы ла буласаҡ.

Сираттағы гуманитар ярҙамды төҙөлөш ылауы тиергә лә мөмкин. Сөнки күп кенә фуралар тап ағас материалдары менән тулған. Шулай уҡ ун тонна һыу тейәлгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ