Күләмле фестиваль сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләп, «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Ата-әсә даны» миҙалдарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ Динура Нурый ҡыҙы Йәһүҙина ла бар ине. Награда артынан сәхнәгә улы - аллергология, иммуннобиология, вакционология, эпидемиология өлкәһендә танылған ғалим, медицина фәндәре докторы, профессор, Айрат Ишмөхәмәтов күтәрелде. Замандашыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы вакцина етештереүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Үҙенең ҡаҙаныштарын ул ғаиләһенә бәйләй.






