Тәтешле районында янғын иҫкәрткес датчик ярҙамында ике кеше бәләнән ҡотолған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Гәрәбаш ауылында ағалы-ҡустылы йәшәгән йортта ут сыҡҡан. Йоҡлап ятҡан ирҙәр мини-сирена тауышына уянып ут ялмаған  йорттан тышҡа сығып өлгөргән. 2018 йылдан янғын иҫкәрткән датчик ярҙамында 975 кеше ҡотҡарылған. Мини-сирена ҡайһы бер кешеләргә бушлай таратыла.

Фото №1 - Тәтешле районында янғын иҫкәрткес датчик ярҙамында ике кеше бәләнән ҡотолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ