Бөрө ҡалаһында һанлы идара итеү программаһы менән станоктар етештерелә

Эшҡыуар Дмитрий Зырянов етәкләгән предприятие менән эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Яңы иҡтисади шарттарҙа компания продукцияһы айырыуса Рәсәй төбәктәрендә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Шулай уҡ станоктар Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан республикаларына оҙатыла. Күп функциялы эшкәртеүсе комплекстарға заказдар йыл ярымға алдан яҙылған. Юғары сифат һәм арзан хаҡ ҡорамалдарҙы конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итә.

Компания етәкселеге производство майҙандарын киңәйтергә, яңы цех төҙөргә ниәтләй. Радий Хәбиров эшҡыуар Дмитрий Зыряновты «Инвестиция сәғәте»нә саҡырып, бындай предприятиеларға республика һәр ваҡыт ярҙам итәсәк тип белдерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ