Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, халыҡта юғары ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин һәм артыҡ ауырлыҡ йышыраҡ асыҡлана. Табиптар ауыр сирҙәре булғандарға артабан медицина тикшеренеүе үтеү һәм дауаланыу өсөн йүнәлтмәләр бирә. «Сәләмәтлек поездары» алты маршрут буйынса йөрөй. Күсмә модулдәр бөгөн халыҡты Ҡыйғы районының Ләүйылға, Бәләбәйҙең Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы биләмәһендә һәм Благоварҙың Пришиб ауылдарында ҡабул итә.






