Бөгөн Өфөлә һауа температураһының тарихи максимумы теркәлде

Термометр күрһәткесе урыны менән 40 градустан юғары күтәрелде. Аномаль һауа торошона бәйле республика буйынса «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе, шулай уҡ янғын осраҡтары ла артты. Йәйге селлә эҙемтәләре киләһе яҙмала.

Селлә эҫе һәм көслө ел фажиғә эҙемтәләрен арттыра ғына. Әбйәлил районында дүрт шәхси хужалыҡта ағас өйҙәр һәм кәртә-ҡаралты һанаулы ваҡыт эсендә көлгә әйләнде. Янғынды һүндереүгә ете берәмек техника, егерменән ашыу кеше йәлеп ителгәйне. Билдәле булыуынса, зыян күреүселәр юҡ. Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. «Йәшел ҡалҡан» да яҡлауға мохтаж. Айырыуса Белорет районында хәл ҡатмарлашҡан. Үҙән участка урмансылығында уттан зыян күргән майҙан алтмыш гектарға тиклем еткән. Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр көсө менән янғынға ҡаршы көрәш алып барыла. Селлә эҫе коммуналь хеҙмәттәрҙең дә эшен арттырҙы

Был һыу процедураһының тәүмаҡсаты - асфальтты һыуытып, аэрация уҙғарыу, йәғни тәбиғи елләтеү. «Яһалма» ямғырға айырыуса автоһәүәҫкәрҙәр ҡыуанды. Сөнки салон эсендә термометр күрһәткесе - 44 градустан ашҡан осраҡтар ҙа булды. Йәйәүлеләр ҡояштан ҡасып, ышыҡ урындарға ынтылды. Сауҙа нөктәләрендә ғәҙәттәгесә иң үтемле тауар - һыу һәм туңдырма.

Кондиционер һәм елләтеү ҡоролмаларына ла ихтыяж артҡан.

Һорау артҡан һайын, кондиционерға хаҡ та күтәрелергә тейеш. Әммә беҙ хаҡты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, тик башҡа миҙгел менән сағыштырғанда монтажлау өсөн генә күберәк түләргә тура киләсәк. Сөнки хеҙмәткәрҙәр объектта эҫе, тынсыу шарттарҙа эшләй.

Виктор Денисов, кондиционерҙар магазины директоры

Селлә эҫелә йылға-күл буйында ял итеүселәр ҙә арта. Республикала 143 махсус йыһазландылыған пляж иҫәпләнә. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында халыҡ иртәнән алып күп булды. Бында, хатта, палатка менән килеүселәр ҙә бар. Бер ниндәй диңгеҙе лә кәрәкмәй - ҡояшта ҡыҙыныу өсөн тамам һауа торошо.

Аномаль эҫе һауа торошо «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә лә көсөргәнеш өҫтәне. Өфөлә генә көндөҙгө осорҙа мең ярым саҡырыу ҡабул ителгән. Юғары һауа температураһына бәйле йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған һәм ҡан баҫымы юғары булған граждандарҙан мөрәжәғәттәр артҡан.

Төбәктең аграрийҙары ла борсоуҙа. Әгәр Өфөлә термометр күрһәткесе ҡырҡ градустан ашһа, райондарҙа илле гралусҡа тиклем етте. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа яуым-төшөм күптән булмауын иҫәпкә алғанда, уңыш өсөн етди көрәшергә тура киләсәк.

Әле Илеш, Ҡалтасы райондары муниципаль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерҙе. Ҡоролоҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында күҙәтелә. Дөйөм алғанда, дымлылыҡ кимәле ни бары утыҙ процент ҡына тәшкил итә. Был оло хәүеф тыуҙыра.

Алмаз Ғәлимов, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә лә юғары һауа температураһы һаҡлана, 40 градусҡа тиклем етә. Шаршамбы-кесаҙна иһә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, урыны менән көслө яуым-төшөм, йәшен була, көслө ел иҫә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ