Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте рейтигында өсөнсө урын яуланы

Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә 2022 йыл һөҙөмтәләре иғлан ителде. Форумда Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ҡатнаша. Рейтингта беренсе-икенсе урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе бүлеште. Быға тиклем Башҡортостан ике йыл рәттән беренсе булып килде. Радий Хәбиров сәнәғәт ойошмалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

Иҡтисад фәндәре кандаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, рейтингта тәүге өсәү араһында булыу ҙур ҡаҙаныш һәм юғары баһа.

Иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаев фекеренсә, республикала импортты алмаштырыу өлкәһендә эшләүсе ойошмаларға һәм сәнәғәткә ҙур акцент яһау - үҫешкә яңы этәргес бирә.

Башҡортостанда автомобиль бензины, сода, быяла етештереү, автомобиль тағылмалары сығарыу буйынса илдә беренсе урында килә. Быйыл 5 ай һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәттә етештереү 5 процентҡа артҡан. Екатеринбург ҡалаһында асылған «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе Рәсәйҙең төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙаны һанала. Мәртәбәле сараға Рәсәйҙән тыш, 35 сит ил вәкилдәре саҡырылған. Башҡортостан делегацияһын республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ