Өфөлә балаларҙы реабилитациялау процесы менән таныштырҙылар

Сабыйҙар тураһында хәстәрлек. Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында бер айҙан алып бер йәшкә тиклемге балалар реабилитация үтә. Уларҙың тәүге уңыштары һәм дауаланыу процесы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныштыра.

Вибромассажлы карауатта ике айлыҡ Рамаҙан үҙен яҡшы тоя. Ваҡ ҡом тулҡындары һәм талғын музыка һауығыу процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирә. Индира Сабитованың улы етлекмәй тыуған. Икенсегә әсәй булһам да, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙы тәрбиәләү айырыла, ти ул. Әле улар икенсегә реабилитация курсы үтә. Үҙгәрештәр күҙгә күренерлек.

Табиптар янында, ысынлап-та, ҡурҡыныс түгел. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙан тыш, бында ҡан һауыу, кислород етешмәүсәнлек, һары ауырыуҙар менән сирләүсе бер йәшкә тиклемге бәпестәр дауалана. 17-се балалар клиник дауаханаһында бер тапҡыр булһа ла реабилитация үтеүселәр, кире әйләнеп ҡайта. Ыңғай үҙгәрештәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Тәүҙә әсәйҙәр илап тигәндәй килә. Сөнки бала бер нимә эшләй алмай, башын тотмай, әйләнмәй... Ҡайһы берәүҙәр балаларын дөрөҫ итеп тота ла белмәй. Беҙҙең инструкторҙар барыһын да күрһәтә, аңлата. Дауалау өйгә ҡайтҡас та дауам итә.

Ольга Исмаилова, Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының 2-се медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы

Тейешле һөҙөмтә алыу өсөн иң мөһиме - реабилитацияны туҡтатмау. Быға тиклем дауаханала тик балалар ғына ятһа, инде ике йыл сабыйҙар әсәләре менән дауаланыу үтә. Массаж эшләү һәм башҡа серҙәргә төшөнгән әсәйҙәр өйҙә лә күнекмәләр яһауҙы дауам итә. Мәҫәлән, 9 айлыҡ Маша өсөнсө тапҡыр килгән. Белгестәр ярҙамында ике яҡҡа ла әйләнергә, уйынсыҡтарын тоторға өйрәнгән ҡыҙ киләһе мөһим аҙымға әҙерләнә.

Имгәкләп китеүен көтәбеҙ, был осраҡта үҫеш буйынса тиҫтерҙәрен ҡыуып етәбеҙ. Ғөмүмән, бында реабилитация үтә башлағандан алып ыңғай яҡҡа үҫеш йылдам башланды.

Галина Скрипова, Марияның әсәһе

20 минут эсендә файҙалы минералдарға бай «Парафин итектәре» аяҡтарҙы йылыта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Тынысландыра ла...

Реабилитация бүлегенә эләгеү өсөн педиатрҙан йүнәлтмә алып, кәрәкле анализдарҙы бирергә кәрәк. Сиратты оҙаҡ көтөргә түгел, ти табиптар. Әле бында 41 сабый дауаланыу курсы үтә, йыл һайын меңдән ашыу бала белгестәр ярҙамында бәләкәй еңеүҙәргә өлгәшә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ