33 мең туристы ҡабул иткән, ике мең экскурсия үткәрелгән. «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы бер йыллығын билдәләне. Яңы туризм үҙәге төҙөлгәс, Бөрйән районына Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил һәм ҡитғаларҙан да ҡунаҡтар артҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бер йыл элек Бөйрәндең ҡырағай тау-урманлы ландшафында заманса объект пәйҙа булды. «Урал батыр» эпосына таянып проектланған, изгелек менән яуызлыҡ көрәшен сағылдырған бина эсе тағы ла серлерәк һәм мәғлүмәтлерәк. Бында - таш быуат дәүеренән башлап кешелек тарихы, Шүлгән-Таш мәмерйәһендә һаҡланған палеолит осоро һүрәттәренең күсермәһе. Ғалимдан алып сабыйғаса ҡыҙыҡлы булырлыҡ бай мәғлүмәт тупланған.
Музей туристарҙы көтөп ятырға түгел, ылыҡтырырға тейеш. Тарихи-мәҙәни объекттың тәү бурысы - «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һаҡлау булһа, икенсеһе - тарихыбыҙҙы танытыу, фәнни-ғәмәли эш алып барыу, мәҙәни саралар үткәреү. Шүлгән-Fest музей комплексының төп бренд сараһы булараҡ ойошторолған.
Фестиваль программаһы сиктәрендә музей буйлап экскурсиялар, тематик лекциялар, археология буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡул эштәре, сувенирҙар сауҙа-күргәҙмәләре эшләне. «Шүлгән Таш Кубогы»на спорт ярыштарына старт бирелде. Асыҡ майҙанда таштан эш ҡоралдары эшләүсе оҫталар, мәргән уҡсылар ярышты.
Фестиваль ҡунаҡтары араһында «Гөбүстан»Әзербайжан милли тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ вәкилдәре лә бар ине. Улар Башҡортостанға Күсмә цивилизациялар Евразия музейы проекты буйынса эш сәфәре менән килгән.
Донъя кимәлендә танырлыҡ үҙенсәлекле Шүлгәнташ музей комплексы Башҡортостан архитекторҙары тарафынан проектланыуы менән дә ҡиммәтле.
Бөгөн «Архтамға» эксперт-проект бюроһы Күсмә цивилизациялар Евразия музейы проектын әҙерләй. Ул да Башҡортостандың йөҙөк ҡашына әүерелер тип көтөлә.
Рәйсә Абдуллина



