Ейәнсурала «Ҡош юлы-2023» бард йыры фестивале үтте

«Ҡош юлы» башҡорт бард фестиваленең быйылғы еңеүсеһе Учалынан. Ейәнсура районында йылдың күләмле мәҙәни сараһына йомғаҡ яһаны. 12-се йыл рәттән ойошторола килгән конкурс быйыл да йәш таланттарҙы бергә йыйҙы. Тәүге өс урынды яулаусылар аҡсалата бүләкләнһә, фестивалдең Гран-приһына гитара тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Илшат Яхиндың көй-моңдарын тәүге нотанан уҡ танырға мөмкин. «Ҡош юлы»ның быйылғы фестивале билдәле композиторҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Юҡҡа ғына сара ла «Дауыл» композицияһынан башланманы. Ул Илшат Яхиндың тотошлай халыҡсан ижадын, үҙенә генә хас үҙенсәлекле моң эйәһе булыуын күҙ алдына баҫтырған композицияларының береһе.

«Ҡош юлы»ның быйылғы конкурсы төрлө район һәм ҡала вәкилдәрен бергә йыйҙы. Һәр ҡатнашыусы үҙе ижад иткән йырҙары менән сығыш яһарға тырышты. Ә эстәлегендә мәғәнәле һүҙҙәр яҙылған, тотошлай ысын тормош һүрәтләнә. Сибайҙан Айгөл Ғөбәйҙуллина сығышын социаль темаға арнаһа.

Ә Учалынан Таһир Мирсәйетов килгән халыҡты гитара ҡылдары аша ауыл тормошона алып ҡайтты.

«Ҡош юлы» башҡорт бард фестивале тап Үҫәргән еренән башланып, һуңғы йылдарҙа республиканың күпләмле проекттары иҫәбенә инде. Ул ябай мәҙәни программа түгел, ә йырҙың эстәлегенә, башҡарыу оҫталығы баһаланған мәртәбәле фестиваль.

Яңы таланттар асыҡлауҙаы маҡсат итеп ҡуйған бәйге тәүге өс урынды яулаусыларға аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Ә «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивале Гран-приһына Таһир Мирсәйетов лайыҡ булды. Учалы егете конкурстың төп призы гитара менән бүләкләнде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ