Радий Хәбиров июндә Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингында беренсе урын алды

Киң мәғлүмәт сараларында Республика етәксеһе эшмәкәрлегенә бәйле 12 мең ярымдан ашыу яңылыҡ баҫылған. “Медиалогия” эксперттары Башҡортостан башлығының Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының Пленар ултырышындағы сығышын, эшлекле йыйын барышында күп рәсми делегация вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр уҙғарыуын, Һамар өлкәһендә “Башҡортостан” ирекле полк яугирҙәре менән осрашыуын, Санкт-Петербургта иҡтисад форумында ҡатнашыуын билдәләне.

Рейтингта икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов һәм Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.

Фото №1 - Радий Хәбиров июндә Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингында беренсе урын алды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ