Белорет районы Үҙән урмансылығында уҙған тәүлектә янғын майҙаны ике тапҡырға - 40 гектарҙан 82-гә тиклем артҡан. Уны һүндереүгә ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, янғын вертолеты, бульдозерҙар һәм тракторҙар йәлеп ителгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан белдереүҙәренсә, ут тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Шулай ҙа хәл ҡатмарлы тип баһалана. Ваҡиға урынына үтеп инеү ауыр булыуға бәйле, урман үткән аҙна аҙағынан бирле яна. Уттың йәшен һуғыуҙан сығыуы ихтимал тип фаразлана. Әле Башҡортостанда 5 урында - 132 гектар майҙанда урман яна. Уларҙың дүртәүһе - Белорет , береһе - Ғафури районында.






