Федоровка районында милли мәҙәниәттәр республика байрамы ойошторолдо

Төбәктә йәшәгән биш милләт халҡының тирмәләре ҡуйылған этноауылда уҙған байрам бәләкәй фольклориаданы хәтерләтте. Башҡорт, рус, мордва, татар һәм сыуаш тирмәләрендә һәр кем үҙ халҡының бай тарихы, милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Байрамды оҫталарҙың ҡул эштәре лә йәмләне, халыҡ кәсептәрен үҙ итеүселәр оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Юлдаш ауылынан Зөһрә Ураҙбаева балаҫ һуғыу менән хаҡлы ялға сыҡҡас шөғөлләнә башлаған. Ханым ҡул эштәрен бүләккә биреп кенә ҡалмай, йәштәргә оҫталыҡ серҙәре менән дә уртаҡлаша.

Тәүгә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, этнофестиваль бөгөндән үк төбәк брендына әйләнәсәген иҫбатланы. Байрамда төрлө милләт вәкилдәре милли йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау мөһимлеген билдәләне, үҙҙәре аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторҙо һәм әлбиттә, һәр кәсептең тарихы менән дә таныштырҙы.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ