Төбәк сәнәғәт үҫеше фонды берләшеүҙе күҙәтеү буйынса махсуслашҡан ойошма ролен башҡарҙы. Был система һәр предприятиеға айырым ярҙам күрһәтеү мөмкинелеге лә бирә. Эксператтар кластерҙар булдырыу буйынса республика тәжрибәһен юғары баһаланы. Екатерианбургта Иннопром халыҡ-ара күргәҙмәһе дауам итә.
Проект буйынса бер юлы 4 сәнәғәт кластеры менән идара итеү вәкәләттәре төбәк сәнәғәт үҫеше фонды ҡарамағында. Дәүләт структураһына бындай роль тапшырыу һынау рәүешендә илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанға бирелә. Ул һәр предприятиеға айырым ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Үҫеш фонды компанияларҙың эшмәкәрлеген яҡшы белә, шуға һәр йүнәлеш буйынса тойолған мохтажлыҡты ла көйләргә мөмкинлеге бар.
Белгестәр бер һүҙҙән Башҡортостан илдә кластерҙар булдырыу алдынғыһы тигән фекерҙә. Был һүҙҙәрҙе сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингындағы юғары күрһәткестәр ҙә раҫлай. Республикала 20-гә яҡын индустрия һәм технопарктар булдырылған. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе уңышлы эшләй. Бында инфраструктура ҙур инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырырға һәм яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә. Быйыл республика ҡаҙнаһында сәнәғәт һәм энергетика өлкәһенә ярҙам өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Ил сәнәғәте алдында торған төп бурыстарҙың береһе төрлө тармаҡтарҙа импортты алмаштырыуҙы тәьмин итеү. Был йәһәттән төбәк-ара кластерҙар булдырыу мәсьәләне уңышлы хәл итеү юлдарының береһе булараҡ билдәләнә. Башҡортостанда әлегә Силәбе өлкәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ҡорола.
Иннопром күргәҙмәһендә шулай уҡ йәш сәнәғәтсе премияһы призерҙарын тәбрикләү тантанаһы ла үтте. Башҡортостан был йәһәттән дә алдынғылар иҫәбендә. 4 эшҡыуар премияның ТОП-100 исемлегенә инде.
Быйыл Башҡортостанда инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник сараларын етештереүселәргә яңы ярҙам саралары раҫланды. Шулай уҡ балалар тауарҙары һәм художество кәсептәре өлкәһендә дәртләндереү күләме арттырыла. Өфөлә тәүге тапҡыр өҫтәл уйындары һәм балалар уйынсыҡтары индустрияһы форумы уҙа. Тармаҡ үҫешен билдәләүсе сараны август айында уҙғарыу һәм уны йыл да үткәреү ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин



