Күләмле сара башҡорт тоҡомло аттарҙы арттырыуға һәм популярлаштырыуға, ҡымыҙ бешеү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестивалдә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергән. Граф күле буйына республиканың ҡымыҙ етештереүселәре лә саҡырылған. Шуларҙың береһе Шишмә районынан Йосоповтар ғаиләһе. Крәҫтиән-фермер хужалығының милли эсемлек бешеү серҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
Малыш ҡушаматлы ҡолонсаҡ бер һауындан да ситтә ҡалмай. Ул һөтөн эймәгән бейәләр өсөн кәрәк. Сөнки бәләкәсте ҡушыу менән һауым күләме арта. Тәү ҡарашҡа ябай, әммә бик тә һөҙөмтәле ысул менән Йосоповтар көн һайын 300 литр һөт һауа. Был эштә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ярҙам күрһәтә.
Яңы ғына һауылған бейә һөтө артабан ҡымыҙ бешеү оҫтаханаһына оҙатыла. Айырыуса тәмле булһын өсөн шифалы эсемлек йүкә һауыттарҙа әҙерләнә. Беҙҙең бизнес бик күп ваҡыт талап итә, әҙерләү процесы өҙлөкһөҙ, ти ҡымыҙ бешеүсе Зилә Йосопова. Ул 45 минут дауамында туҡылған эсемлекте һуңынан шешәләргә тултыра.
Ҡымыҙ бешеү Йосоповтарҙың ғаилә бизнесы. 20 йылдан ашыу инде улар юғары сифатлы ҡымыҙ етештерә, республика конкурстарында Шишмә районы исеменән уңышлы сығыш яһай. Ғаилә башлығының ата-әсәһе лә ваҡытында Шафран шифаханаһы эргәһендәге ҡымыҙ фермаһында эшләгән. Шуға ла Флүр Вәсиғ улына халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе ят түгел. Ул крәҫтиән-фермер хужалығын 2002 йылда ойоштора. Тәүҙә Күсем ауылында буш торған ат һарайын һатып ала, һуңынан башҡорт тоҡомло бейәләр һанын ишәйтә.
Бөгөн Йосоповтарҙың ҙур ҡымыҙ фермаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, аҫрау һәм юғары сифатлы ҡымыҙ етештереү яҡшы ойошторолған. Әлеге ваҡытта хужалыҡ эшсәндәре бесән әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Әйткәндәй, етештерелгән эсемлек башлыса Әлшәй районындағы шифаханаға оҙатыла. Шулай уҡ Шишмә ҡымыҙын урынға килеп тә, район үҙәгендә лә һатып алырға мөмкин.
Илдар Байбулатов






