Тәүмаҡсат - илһөйәр быуын тәрбиәләү. Ростов өлкәһенең Обливский районында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусылары Башҡортостанда йәйге ялын уҙғарҙы. Дәүләкән районында улар космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп сменаһында ҡатнашты. Шулай уҡ ҡунаҡтарға Өфө буйлап сәйәхәт ойоторолдо, Рәсәй геройы, легендар комдив һәйкәленә сәскә һалды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Монументаль ансамблдә ҙур хәрефтәр менән Обливская станцияһы ла уйып яҙылған. Тарихи сығанаҡтар буйынса биләмәлә көсөргәнешле алыштар булған. Ростов өлкәһенән килгән ҡунаҡтар 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы менән яҡшы таныш. Былтыр декабрҙән алып Солонецкий утары мәктәбе Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Белем усағы уҡыусылары Өфөгә килеп, ҡаһарман яҡташыбыҙ һәйкәленә сәскә һалды.
Былтыр Ростов өлкәһендә башҡорт яугирҙарының исеме мәңгеләштерелгәйне. Обливский районы Деев утарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 12 башҡорт һалдатына таҡтаташ ҡуйылды. Тантаналы сарала яугирҙарҙың туғандары ла ҡатнашты, яҡташтарыбыҙ Солонецкий мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, уларҙың илһөйәр, көслө рухлы булыуын иҫтә ҡалдырған.
Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендә дөйөм фотоға төшкәндән һуң ҡунаҡтар Башҡортостандың Милли музейына экскурсияға саҡырылды.
Ошонда уҡ Башҡортостан башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы һәм төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы етәкселеге, йәш шайморатовсылар менән осрашыу уҙғарылды.
Солонецкий мәктәбенән яҡшы билдәләргә өлгәшкән ике уҡыусы космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп сменаһында ҡатнашты. Күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, хәрби-патриотик, мәҙәни-спорт саралары үҫмерҙәрҙең күңелен арбаны. Ростов өлкәһенә ҡайтыр алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһын күреү үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға.
Ростов өлкәһенән Башҡортостанға йәйге ялға килгән мәктәп уҡыусылары Өфөнөң иҫтәлекле урындары Салауат Юлаев майҙаны, Дуҫлыҡ монументында ла була. Шулай уҡ уларға археология һәм этнография музейына экскурсия ойоштороу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина






