Белорет районында урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы

Ел көсәйеү сәбәпле, ут Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына яҡынлаша. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы ҡарары буйынса, халыҡты ҡурсалау өсөн аэромобиль төркөм йүнәлтелә. Хәлде күҙәтеү маҡсатында, пилотһыҙ авиация системалары ҡулланыла. Янғын һүндереүгә Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм район кешеләре йәлеп ителгән.

Янғынға бәйле хәл ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, Сермән һәм Үҙән ауыл советтары биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.  

Фото №1 - Белорет районында урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ