Республикала ярты миллион тонна сенаж һалынған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 174 мең тонна бесән һәм 494 мең тонна сенаж әҙерләнгән.  Стәрлетамаҡ районында һутлы аҙыҡ туплау яҡшы бара. Бында 50 мең тоннанан ашыу сенаж запасы булдырылған. Икенсе урында Саҡмағош хужалыҡтары. Өсөнсөлә Дүртөйлө һәм Илеш уңғандары. Белгестәр әйтеүенсә, сенаж өсөн, ғәҙәттә, борсаҡ, туҡранбаш, люцерна һәм бөртөклө культуралар сабыла. 

Фото №1 - Республикала ярты миллион тонна сенаж һалынған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ