Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса идаралығы базаһында ведомство-ара оператив штаб булдырылды.
Уның эшенә Белорет районындағы урман янғынына бәйле яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволар йәлеп ителә. Төп маҡсат - янғын таралыуға юл ҡуймау. Әлегә урында 34 берәмек техника, шул иҫәптән, 8 бульдозер эшләй, 170 кеше янғын һүндереүҙә ҡатнаша. Үтеп инеү ауыр булған урындарҙа бәйләнеш булдырыу мәсьәләһе хәл ителгән, ҙур габаритлы техника йәлеп итеү ҡарала. Ғәҙәттән тыш хәл тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола.







