Радий Хәбиров социаль селтәрҙә каникул ваҡытында мәктәптәрҙе төҙөкләндереү барышы менән таныштырҙы

Әле 77 белем усағы ремонтлана. Эште август уртаһына тамамлау күҙаллана. Объекттар Баҡалы, Бөрө райондарында, Стәрлетамаҡта һәм башҡа муниципалитеттарҙа файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Президент программаһын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл федераль бюджеттан йәмғеһе 3,6 млрд һум аҡса алынған. Ярты миллиар Башҡортостан бюджетынан финансланған. Өҫтәмә рәүештә 300 млн һум мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереүгә бүленгән. Мәктәп тирәләй хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар йүнәлтелгән, тип яҙған Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ