Янғынға бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, Сермән, Үҙән ауыл советтары биләмәһендә Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.
Ел көсәйеүгә бәйле, ут Аҙнағол һәм Катарыш ауылдарына яҡынлай. Урыны менән янғын ағас осона күтәрелгән. Һуңғы тәүлектә уның майҙаны 320 гектарға артҡан. Уҙған төндә ауылдарға ут таралыуына юл ҡуйылманы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы ҡарары менән халыҡты һаҡлау маҡсатында баш идаралыҡтың сираттағы аэромобиль төркөмө йүнәлтелә. Ул 34 хеҙмәткәр һәм 3 берәмек техниканан тора. Хәлде күҙәтеү маҡсатында пилотһыҙ авиация системалары ҡулланыла. Янғын һүндереүгә Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм район вәкилдәре йәлеп ителгән.






