Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты биргән мәғлүмәт буйынса 6 урында урман яна

Уның дөйөм майҙаны 441 гектарҙан ашыу. Утты һүндереүгә 283 хеҙмәткәр, 49 берәмек техника һәм КА-32 вертолеты йәлеп ителгән. Урман янғындары әле Белорет районының Тирлән, Үҙән, Күгәрсендә Ыҡ, Ғафуриҙа, Табын участка урмансылыҡтарында, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Хәмит участкаларында дауам итә. Уҙған тәүлектә 20 гектарҙан ашыу майҙанды биләгән янғын ҡамалған. 40 урында ҡоро ҡаулан янып китеү осрағы теркәлгән. Хәүефле миҙгел башланғандан бирле Башҡортостанда 124 тәбиғәт янғыны теркәлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ