Баймаҡ районында хәләл стандарттары мал һуйыу цехы асылды

Республика хужалыҡтарында етештереү ҡеүәттәре яңыра. Баймаҡ районында хәләл стандарттары мал һуйыу цехы асылды. Урындағы ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә яңы етештереү линияһы хаҡында киләһе сюжетта.

Ауыл ерлегендә халыҡ башлыса мал көсө менән йәшәй. Шуға ла Муллаҡайҙа мал һуйыу цехы асылыуы бик урынлы. Яңы производство заман талаптарына яуап бирә, итте һаҡлау өсөн һыуытҡыстар урынлаштырылған. Мал һуйыу процесы ветеринар күҙәтеүенда башҡарыла.

Муллаҡай ауылындағы модулле мал һуйыу цехы «Кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереү» федераль программаһы ярҙамында төҙөлә. Иген-тау ауыл хужалығы кооперативы был грантты 2022 йылда уңышлы яҡлап сыға.

«Иген-Тау» кооперативы «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллекте үҫтереү» милли проекты сиктәрендә 2019 йылда булдырыла. Ул саҡта инициатив төркөм өс миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала һәм ит эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Хәҙер Азамат Ильясов етәкләгән кооператив 100-ҙән ашыу пайсыны берләштерә.

Әлфиә Хәмитова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ