башбат.рф һылтанмаһы апрель аҙағында эшләй башлағайны. Сервис статистикаһына ярашлы, сайтҡа Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр йышыраҡ ингән.
Республикала контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткән һәр кандидат ентекле тикшерелә, медицина комиссияһы үтә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткәндән һуң, ир-егеттәр контрактҡа ҡул ҡуя һәм хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. Өфөләге Хәрби комиссариат пунктына көнөнә 40- 50 кеше мөрәжәғәт итә.
Контракт төҙөүгә 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр дәғүә итә. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған кешеләр ҙә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы.






