Радий Хәбиров ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалдары тапшырҙы

1940 йылғы генерал ҡылысы өлгөһө. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар Башҡортостан башлығына юғары офицерҙар ҡоралын бүләк итте. Ватан һаҡсылары үҙҙәрәре лә наградаһыҙ ҡалманы. Радий Хәбиров ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалдары тапшырҙы. Заман геройҙарын бүләкләү сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Былтыр декабрҙә Салауат Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Подразделение составы ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә тәжрибә туплаған яҡташтарыбыҙҙан төҙөлдө. Бөгөн ул Рәсәй гвардияһының иң яҡшы батальондарының береһе. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн яҡташтарыбыҙ бер айға өйҙәренә ҡайтты. Уларҙы ҡаршы алыу тантанаһы, йола буйынса Өфөнөң Совет майҙанында үтте.

Бөгөн ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Салауат Юлаев батальонынан тыш, осрашыуға Барс» отряды хәрбиҙәре һәм өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүселәр килде. «Һеҙ фронт һыҙығында Ватаныбыҙ, тыныс тормошто тергеҙеү өсөн көрәшкән, уларға ышанып тапшырылған участкаларҙа яуаплы заданиелар үтәгән меңләгән яҡташтарыбыҙ өсөн илһамландырғыс өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ», тине республика етәксеһе.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, залға йыйылыусы хәрбиҙәрҙең йөҙҙәре уға таныш. Шуға ла Радий Хәбиров һәр яугирҙың хәле менән айырым ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүселәр өсөн айырыуса борсола. Бөгөн улар илебеҙгә тоғро хеҙмәт итә, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Шуларҙың береһе «Марс» ҡушаматлы яугир. Былтыр көҙ ил саҡырыуы буйынса ул Ватан һағына баҫҡан. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров 4 тиҫтәләп хәрбиҙе бүләкләне. Уларҙың дүртәүһе - генерал Шайморатов орденына, ҡалғандары Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ рәхмәт йөҙөнән Башҡортостан башлығына үҙ бүләген дә әҙерләгән. 1940 йылғы генерал ҡылысы өлгөһөн Златоуст оҫталары ҡойған. Шул осорҙа юғары офицерҙар парадта тап ошондай ҡорал тотоп ҡатнашҡан.

Ялға ҡайтыусыларҙың кәйефе хәрбиҙәрсә. Улар даими хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә һәм халҡына оло рәхмәттәрен еткерә. Яҡташтарыбыҙ тыуған ерҙә көс туплап, ял итеп алғандан һуң йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға юллана.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ