Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты биргән мәғлүмәт буйынса 8 урында урман яна

Уның дөйөм майҙаны 414 гектарҙан ашыу. Утты һүндереүгә 335 хеҙмәткәр, 88 берәмек техника һәм КА-32 вертолеты йәлеп ителгән. Урман янғындары әле Белорет, Бөрйән Күгәрсен, Йылайыр райондарындағы айырым урмансылыҡ участкаларында, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәләрендә дауам итә. Янғынға бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, Сермән, Үҙән ауыл советтары биләмәһендә Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ел көсәйеүгә бәйле ут Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына яҡынланы. Урыны менән янғын ағас осона күтәрелде. Һуңғы тәүлектә уның майҙаны 320 гектарға артты. Уҙған төндә ауылдарға ут таралыуына юл ҡуйылманы. Белорет районында БЮТ ижади төркөмө эшләй. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Белорет районында бөгөн урман янғындары өс участкала, атап әйткәндә, Тирлән, Әүжән һәм Үҙән биләмәһендә ғәмәлдә ҡала. Елдең тиҙлеге секундына 25 метрға тиклем иҫеүенә бәйле, ҡыҙыл әтәс баҫып алған биләмә бер тәүлек эсендә 320 гектарға тиклем артҡан.

Белорет районындағы янғын бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә ҡала. Ут баҫып алған майҙан артмаһын өсөн төрлө саралар күрелә. Бульдозер ярҙамында һалынған бураҙналар мәҫәлән, утты ҡулсаға алырға ярҙам итә.

Янғын һүндереүселәр хәүефле шарттарҙа эшләй. Уҙған тәүлектә мәҫәлән, бер бригада ут эсендә ҡалды. Бәхеткә, хеҙмәткәрҙәр ваҡытында эвакуацияланып бәләнән имен-һау ҡотолдо. Бөгөн улар йәнә сафта.

Роман Ефремов, Үрге Әүжән ауылы янғын һүндереү часы етәксеһе

Үҙән ауылы эргәһендәге урман участкаһына тотош Белорет районы янғын һүндереү бригадалары йәлеп ителде. Ауыр техникалар менән бергә, урында квадроцикл да эшләй. Вадим Усманов тәүлегенә генә урман эсендә тиҫтәләрсә саҡрымдай юл үтә. Юлдарға йығылған ағастарҙан таҙартыу янғын һүндереү техникаһын үткәрергә мөмкинлек бирә.

Бөгөн урман янғындарына ҡаршы көрәш һауа торошо ла булышлыҡ итте. Урыны менән яуған ямғыр янғын таралыуҙы бер аҙға булһа ла тотҡарланы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иртәгә лә янғын хәүефе һаҡланыуын, елдең көсәйеүен хәбәр итә. Быға бәйле беҙ урында шәхси составты, махсус техникалар һанын арттырҙыҡ.

Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостандың Урман хужалығы министры

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, бер тәүлек эсендә республика биләмәһендә 40 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән, Ғафури, Күгәрсен, Бөрйән, Әбйәлил районы урмандарындағы янғындар ғәмәлдә ҡала.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ