Киләсәктә тағы ла 31 проблемалы объектты файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Төҙөлөш сәғәте» ндә белдерелде.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар исемемлегендә 2 мең 200 кеше. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш министры урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, проблема бер нисә ысул менән хәл ителә. Мәҫәлән, 12 объект төбәк иҫәбенә сафҡа индерелә, был йорттарҙа 1 мең 300 кеше торлаҡ асҡысы аласаҡ.
Һүҙ «Госстрой» компанияһы һәм «Цветы Башкирии» комплексы тураһында бара.»Башинвестдом» һәм «Миловка паркы» өлөшсөләре биләмәләрҙе үҫтереү буйынса федераль фондтан компенсация аласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды иҫәбенә ике пробемалы йортто төҙөп бөтөү ҡаралған. Тағы өс йорт буйынса финанслау сығанағы 2023 йыл аҙағына тмклем билдәләнер тип күҙаллана.






