17 июлдән республиканың 14 муниципалитетында сүп-сарҙы ваҡытлыса төбәк операторы йыясаҡ

Был элек «Дүртөйлөмелиоводстрой» компанияһы хеҙмәтләндергән ҡала-райондарға ҡағыла.

Күп һанлы ялыуҙарҙан һуң Башҡортостан Хөкүмәте проблемалы предприятие менән килешеүҙе өҙөргә ҡарар итте. Алдағы йылда уның функцияларын республикала эшләп килгән төбәк операторҙарының береһе үҙ өҫтөнә алыр тип көтөлә. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмә барышында билдәле булды. Әммә контрактты өҙөү оҙайлы процесс. Төбәк операторы төбәк властары ҡарарына суд тәртибендә дәғүә белдерергә ниәтләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ