Яңы уҡыу йылына Башҡортостанда 77 мәктәп капиталь ремонтлана

Төҙөкләндереү эштәрен август уртаһына тамамлау күҙаллана. Ҙур Президент программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл федераль бюджеттан йәмғеһе 3 млрд 600 миллион һум аҡса алынған. Башҡортостан ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 690 миллион һум бүленгән.

Белем усаҡтары биләмәһен тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар йүнәлтелә. Билдәле булыуынса, Өфө районында бер юлы өс мәктәп яңыртыла. Октябрьский ауылында урынлашҡан учреждениела эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре бара, йылытыу, елләтеү, канализация системалары яңыртыла. Кабинеттар яңы мебель, интерактив техника менән байытыла.

Өфө районы Миловка ауылы мәктәбендә лә капиталь ремонт финиш һыҙығына яҡынлашҡан. Әле белем усағы кабинеттары һәм коридор стеналары буяла. Учреждениеның матди-техник базаһы нығытыла

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ