Республика Хөкүмәтендә Координация советы ултырышы уҙҙы. Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, Башҡортостанда халыҡтың белемен үҫтереү буйынса тәжрибә федераль исемлеккә индерелгән. Яңы стратегияла мутлашыу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса сараларға баҫым яһала. Район һәм ҡалаларҙа белгестәр менән осрашыуҙар үткәрелә. Унда интернетта һәм шылтыратыуҙарға бәйле аҡса урларға маташыуҙарҙы асыҡларға өйрәтәләр. Бынан тыш, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы планына финанс дәрестәр индерелә.




