Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут 422 гектар биләмәлә таралған. Янғынды һүндереү өсөн 300-гә яҡын кеше йәлеп ителгән, 68 берәмек техника ҡулланыла. Белорет районында ике урында урман яна. Үҙән урмансылығында 320 гектарҙа ут таралған. Бөрйәндә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында һәм Ҡолғона ауылы янында, Күгәрсен районында Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендә янғын күҙәтелә.







