Башҡортостан хужалыҡтары уңыш йыйыуға төштө

Быйыл күпселек райондарҙа  иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ғәҙәттәгенән 10 көнгә алдараҡ өлгөрҙө. Быға иртә сәсеү һәм июль айының эҫе булыуы йоғонто яһаны. Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында ужым бойҙайы, борсаҡ һәм шипкән йыялар. Әлегә мең гектарҙан ашыу майҙан сабылған. Ике мең тоннанан күберәк ашлыҡ һуғылған.

Ураҡҡа рәсми старт 21 июлдә Көйөргәҙе районында “Баҫыу көнө”ндә бирелә. Семинар-кәңәшмә быйыл Көйөргәҙенән тыш, Баҡалы һәм Асҡын районында үтә. Аграр форумдарҙың төп маҡсаты – алдынғы тәжрибә һәм ураҡ эштәрен алып барыу мөмкинлектәре менән уртаҡлашыу, ти вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостан хужалыҡтары уңыш йыйыуға төштө

Республикала быйыл 1 миллион 760 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыу бурысы тора.

Фото №1 - Башҡортостан хужалыҡтары уңыш йыйыуға төштө
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ