Республиканың күп райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ғәҙәттәгенән 10 көнгә иртәрәк өлгөргән

Быға сәсеүҙең иртә башланыуы һәм июлдәге эҫе көндәр йоғонто яһаған. Әле Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондарында ужым бойҙайы, борсаҡ һәм ужым шипкәне йыйып алына. Яңы уңыш тәүге мең гектар майҙанда сабылған да инде. 2 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Ялан батырҙары алдында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән бөтәһе 1 миллион 760 мең гектарҙы йыйып алыу бурысы тора. Аграрийҙарға уңыштар тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ