Башҡортостанда дөйөм майҙаны 422 гектар тәшкил иткән биш урман участкаһы яна

Бөгөн иртән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда дөйөм майҙаны 422 гектар тәшкил иткән биш урман участкаһы яна. Уларҙы һүндереүгә 297 кеше һәм 68 берәмек техника йәлеп ителгән. Иң ҙур янғын Белорет районы Үҙән урмансылығына тура килә. Унда 320 гектар майҙан ялҡын менән ҡапланған.

Тәбиғәт афәте менән 190 кеше һәм 45 берәмек техника, шул иҫәптән республика ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө көрәшә. Шулай уҡ Белорет районында тағы ла бер урында урман яна. Ут 50 гектар майҙанға таралған. Ялҡын Бөрйән районындағы Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының 60 гектар биләмәһен ялмап алған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында инспекторҙар һәм ирекмәндәр эшләй.

Ҡолғана ауылы эргәһендә лә 1 гектар майҙанда тағы ла бер урман янғыны сығанағы табылған. Урынға 10 кеше һәм 5 берәмек техника ебәрелгән. Йылайыр районы Ҡыҙҙарбиргән ауылы янында ла 1 гектар майҙанда урман яна. Дөйөм алғанда, быйыл янғын хәүефе осоро башланғандан алып республикала 126 тәбиғәт янғыны теркәлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ