Республикала ҡала ситендәге йорттарға ихтыяж арта

Күсемһеҙ милек агентлыҡтары белдереүенсә, йыл башынан бындай торлаҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр 31 процентҡа күбәйгән. Ҡала ситендәге йорттарҙың уртаса хаҡы 3 миллион 900 мең һумдан башлана. Ул беренсе квартал менән сағыштырғанда 13 процентҡа арзанайған. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән ауыл ипотекаһын алыусылар буйынса алдынғылар исемлегендә килә. Быйыл 6 айҙа льготалы программа нигеҙендә 1 миллиард һумдан ашыу кредит бирелгән.

Фото №1 - Республикала ҡала ситендәге йорттарға ихтыяж арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ