Башҡортостанда иң яҡшы балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә аҡсалата премиялар түләнә

«Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүсеһенә аҡсалата премия түләнәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә һөнәри конкурс лауреаттары һәм еңеүселәренә аҡсалата премия биреү һорауы ҡаралды. Ул «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» һәм «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеләренә ҡағыла.

2012 йылдан алып конкурс балалар баҡсаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлы бәйгеләрҙең береһе булып тора. Иң яҡшы уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә ярҙам итеү, уларҙы дәртләндереү маҡсатында республика башлығы указы менән быйылдан алып ун премия булдырылды. Ошо йәһәттән республика бюджетынан йыл һайын 340 мең һум аҡса бүлеү күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ