Уны күп уҡыусылары әсәй тип йөрөтә. Халҡыбыҙға, республикабыҙға күрһәткән ҙур хеҙмәте менән ул ысын мәғәнәһендә «Милләт әсәһе» дәрәжәһенә күтәрелгән шәхес. 75 йәшен билдәләгән ғалимә, педагог, фән докторы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова ошондай миҙалға лайыҡ булды. Бөрйән районынан әҙерләнгән репортаж.
Халыҡтың рухи мираҫын, боронғо ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған ғалимә - сираттағы эш сәфәрендә. Эпостар төйәге Бөрйәненә нисә ҡайтһа ла, мәғлүмәттәр хазинаһын асып бөтөрөрлөк түгел. Был юлы Мәсем хан, Бабсаҡ һәм Күҫәк, Аҡбуҙат эҙҙәрен барлай, халыҡ хәтерендә һаҡланған йәдкәрҙәре сүпләй Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы.
Яҡташтары ғалимәне эш сәфәренән бер аҙға ғына айырып, күркәм юбилейы менән ҡотларға ҡарар итә. Бөрйәндән сыҡҡан фән әһелдәре байтаҡ, әммә уларҙың һәр береһе алтынға бәрәбәр. Иҫке Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған юбилей сараһына бөрйәндәр ҙә, Өфө ҡунаҡтары ла ихлас йыйылды.
Зәйтүнә Шәрипова төрлө йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фәнни эш менән шөғөлләнә, Башҡорт дәүләт педагогия институтында, Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтын етәкләй. Йөҙҙән артыҡ фәнни /ғилми)хеҙмәт авторы, «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» күп томлығының төп авторҙарының береһе. Телевидение тамашасыларына ул «Байман» тапшырыуҙар циклы авторы булараҡ та билдәле.
Зәйтүнә Шәрипованың уҡыусылары бөгөн Башҡортостанда һәм унан ситтә мәктәптәрҙә, вуздарза, ғилми-тикшеренеү институттарында, нәшриәттәрҙә, гәзит-журналдарҙа эшләй, остаздары биргән һәр һабаҡты хәтерендә һаҡлай һәм эшендә, тормошонда ҡуллана.
75 йәшен билдәләгән ғалимә һаман тынғыһыҙ хеҙмәттә. Тиҙҙән телевидение экранына эпостар төйәге Бөрйәндән әҙерләнгән тапшырыуҙар сығасаҡ.
Рәйсә Абдуллина






