Белем усаҡтарын төҙөкләндереү август аҙағында тамамланырға тейеш. Баҡалы һәм Бөрө райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм башҡа хакимиәттәрҙә ике йыл дауамында тәртипкә килтерелгән объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Президент программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл ил ҡаҙнаһынан 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса бүленгән.







