Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, утты һүндереүгә 297 хеҙмәткәр һәм 68 берәмек техника йәлеп ителгән. Ярҙамға республиканың эре предприятиелары ҡеүәтле техникаларын да ебәргән. Белорет районында мәҫәлән, бульдозерҙар ярҙамында 61 саҡрым оҙонлоҡта бураҙналар һалынған. Ул утты ҡулсаға алыу өсөн махсус эшләнә. Әле төбәктә уттан 320 гектар майҙан зыян күреүе билдәле.



