Баймаҡ районы Сосновка ауылы халҡы ташландыҡ ҡоҙоҡто тергеҙегән

«Атайсал» проекты ғәмәлдә. Сосновка ауылы халҡы күмәк көс менән эсәр һыулы булды. Ауылға ингән урында сафтан сыҡҡан ҡоҙоҡ яңыртылды. Эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡтың шатлығы хаҡында киләһе сюжетта.

Һыу йәшәү сығанағы. Сосновка ауылы халҡы уның ҡәҙерен белә. Күп йылдар улар эсәр һыуҙы Сибай ҡалаһынан, күрше ауылдарҙан алып ҡайта. Һәр йортта скважина булыуға ҡарамаҫтан ул эсеүгә яраҡһыҙ. Ошо ауыл ҡыҙы Рәйсә Үҙәнбаева, фермер Рәшит Яхин урындағыларға элекке совхоз фермаһы биләмәһендә урынлашҡан ташландыҡ ҡоҙоҡто тергеҙеү ниәте менән сыға.

Күмәкләгән яу ҡайтарған. Осо -ҡырыйы күренмәгән кеүек булһа ла эсәр һыулы скважина тергеҙелә. Сосновка ауылы халҡы өмә менән ҡоҙоҡтоң тирә‐яғын кәртәләй, электрсымы һуҙыла. Киләсәктә иһә уның тирәһен йәшелләндереү,ял итергә килеүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу күҙаллана.

Сосновка ауылы әүҙемдәре ауыл эргәһендәге күлдәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса ла бик күп эштәр башҡара. Күмәк көс менән Лиман күлен 1 метрға тиклем тәрәнәйтәләр, Контон һәм Тоҙло күлде сүп-сарҙан таҙалайҙар. Бөгөн унда аҡҡоштар йөҙә,көтөү һыулай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ